Тәбиғәт һәйкәлдәре, тарихи һәм мәҙәни объекттар: йылдан-йыл Ғафури районына туристар ағымы арта. Өфөнән 145 саҡрым арауыҡта ғына туристик база урынлашҡан, ял итеүселәр ағас йорттарҙа ял итеүҙән тыш, атта һыбай йөрөргә өйрәнә ала. Шулай уҡ бында мөмкинлектәре сикләнгән балаларға эскурсиялар ҙа ойошторола. Туғыҙ йыл дауамында уңышлы эшмәкәрлек алып барған «Ат ихатаһы»нда БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Аутизм, церебраль фалиж һәм башҡа ҡатмарлы сирҙәрҙән яфаланған балаларға-күңел дауаһы. Атты ҡосаҡларға ла, һыбай йөрөп ҡарарға ла мөмкин. Иппотерапия-реабилитацияның иң яҡшы төрө тигән ҡарашта ата-әсәләр. Малай-ҡыҙҙарҙа ул тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдыра. Ғафури районында эшләгән туристик базала мөмкинлектәре сикләнгән балалар-көтөп алынған ҡунаҡ. Улар республиканың төрлө район-ҡалаларынан экскурсияға килә.
Туғыҙ йыллыҡ тынғыһыҙ эшмәкәрлек һөҙөмтәһе: бөгөн Айгөл менән Рәмил Мәрүәевтарҙың туристик базаһында йылҡы башы тиҫтәнән ашҡан. Бында һыбай ғына түгел, квадроциклда ла йөрөргә, уҡ атырға ла мөмкин. Туристар ағас йортта туҡтала ала, эргәлә генә кафе. Йыл әйләнәһенә биләмәнән халыҡ өҙөлмәй. Бында Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә күпләп турист килә. Франциянан да ҡунаҡтар булып ҡайтҡан.
«Туризм инфраструктураһын үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә ғаилә 2023 йылда 5 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Рәмил Марүәев атаһының эшен дауам итеүен билдәләй, ул да оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләгән. Йәш эшҡыуар тыуған яғына яңы башланғыстары менән файҙа килтереү маҡсаты менән яна. Урындағы эшҡыуарҙар менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Кафелағы һауыт-һаба ла Ғафури оҫталарының эше.
Район хакимиәте етәкселеге лә эшҡыуарҙың бизнес-стратегияһын юғары баһалай.
Мәрүәевттар ғаиләһе бизнесты киңәйтергә иҫәп тота. Мунса, балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлөшө планлаштырылған, шулай уҡ биләмәлә саңғылар ҡуртымға бирелә башлаясаҡ
Гөлназ Хәйбуллина