Һөнәри берекмә вәкилдәре паллиатив ярҙам үҙәгендә булып кескәйҙәргә махсус балалар аҙығы тапшырҙы. Учреждение айына 240 дана тирәһе ҡиммәтле аҙыҡҡа мохтаж. Бындай ярҙамды беренсегә килмәйбеҙ, ти Республика Нотариаль палатаһы президенты Ирина Сухова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфө хосписында балалар һәм ололар бүлексәһе эшләй. Ярҙамға бында һәр кем мохтаж, шуға урындар бер ҡасан да буш тормай. Шәхсән кешеләр ҙә, ойошмалар ҙа ярҙам күрһәтә ала. Хоспис директоры Радмила Сурначева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфө хосписы 2023 йылдан эш башланы. Учреждениела асылғандан алып мең ярым оло кеше һәм 250 –нән ашыу бала ярҙам алған. Уның базаһында Республика балаларға паллиатив ярҙам үҙәге төҙөлгән. Шулай уҡ хосписта Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө медицина колледжы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының квалификацияны үҫтереү кафедралары булдырылған.
Ирек Әхмәтшин. “Юлдаш” радиоһы