Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, беҙҙә абруйлы һәм әһәмиәтле мәғлүмәт саралары күп. Шуларҙың иң өлкәндәренең береһе-«Республика Башкортосан» гәзите. Быйыл баҫма үҙенең 120 йыллығын билдәләй. 1906 йылда сыға башлаған гәзит тәүҙә «Уфимский рабочий» тип аталған. «Минең бала һәм үҫмер сағымда ул «Советская Башкирия» тип аталды һәм уның тиражы 120 мең данаға етә ине. Төрөлө йылдарҙа бында Степан Злобин, Әнүәр Бкчәнтәев, Мостай Кәрим кеүек күренекле яҙыусылар һәм журналистар, шулай уҡ Константин Симонов һәм билдәле сатириктың атаһы Николай Задорнов эшләгән һәм баҫылған. Әйткәндәй, тап»Республика Башҡортостан«гәзите донъяға Өфө ғалимы Анатолий Пшеничнюк Ырымбур өлкәһендә тапҡан тапҡан сармат алтыны тураһында хәбәр итте. Интернет юҡ замандарҙа гәзиттәр оперативлыҡта ла ярыша ине. Әлеге ваҡытта мәғлүмәттә ҡытлыҡ юҡ һәм мәғлүмәт саралары алдында кешеләргә дөрөҫлөктө ялғандан айырыуҙа ярҙам итеү бурысы тора. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! Еңел булдмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем» тип яҙған Башҡортостан башлығы.