Башҡортостан ярҙамы: Красный Лучтағы социаль объекттар йылыға тоташтырылды

Донбасҡа Башҡортостан йылыһы. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһына ярҙамды туҡтатмай. Йылытыу миҙгеленә бер нисә социаль әһәмиәтле объектта яңы ҡаҙанлыҡтар барлыҡҡа килде. Таушалып бөткән, күп яғыулыҡ, хеҙмәт көсө талап иткән кочегаркалар урынына бәләкәй генә, ләкин юғары һөҙөмтәле мейестәр урынлаштырылды.

Элекке ҡаҙанлыҡты хәҙер ҡурҡыныс төш кеүек кенә хәтерләйҙәр. Тәүлек әйләнәһенә күмер яғыу, даими өҙөклөктәр, иҫәпһеҙ-һанһыҙ сығымдар, ә балалар баҡсаһы барыбер һыуыҡ булған. Яңы ҡаҙанлыҡтарҙы иһә асып ҡарағандары ла юҡ. Барыһы ла автоматлаштырылған һәм интернет аша ғына күҙәтергә мөмкин.

Балалар баҡсаһы бөтөнләй икенсе торомош менән йәшәй башланы. Сағыуланды, сәскә атты. Был изге эш менән шөғөлләнеүселәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Балалар бит беҙҙең киләсәк.

Яна Алейникова, Красный Луч ҡалаһының «Звездочка» балалар баҡсаһы мөдире

Модулле ҡаҙанлыҡ эшләй башлау менән балалар ниһәйәт өҫкө кейемдәрен сисә башланы, ти тәрбиәселәр. Сирләүселәр ҙә кәмегән, балалар һаны ла артҡан. Хәҙер балалар баҡсаһында тәрбиә һәм белем биреү менән генә мәшғүлдәр.

Балалар өҫ кейемендә йөрөй ине. Һалҡын булғас көндөҙҙәрен йоҡлай ҙа алмайҙар ине. Хәҙер сабыйҙар бәхетле. Группаларға инһәң барыһы ла шортик һәм майкаларҙа ғына йөрөй. Рәхмәт был йылылыҡ өсөн.

Наталья Крамор, хужалыҡ мөдире

2025-26 йылдарҙа Красный Лучта Башҡортостан ярҙамы менән ошондай ун ҡаҙанлыҡ сафҡа индерелергә тейеш. Әлегә уларҙың етәүһе файҙаланыуға тапшырылған. Модулле ҡаҙанлыҡтар ҡаланың коммуналь инфраструктураһына көсөргәнешлекте күпкә кәметкән.

Ошондай заманса модулле ҡаҙанлыҡтарҙы ете ерҙә урынлаштырҙыҡ. Бынан тыш тағы ла ике административ бинала ҡаты яғыулыҡта эшләүсе ҡаҙанлыҡ сафҡа индерелде. Мейестәр алмаштырыу менән генә эш бөтмәй бит. Иҫкергән торбалаларҙы алмаштырмай тороп, йылылыҡ менән тәьмин итеү мөмкин түгел. Магистралдәр ҙә бер юлы яңыртыла.

Иван Макаров, Красный Луч ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе

Әлбиттә, иҫкергән биналарҙы тәртипкә килтермәй тороп йылыны тотоп булмауы билдәле. Шуға күрә социаль объекттарҙа тәҙрәләрҙе яңыртыу эше лә бергә алып барыла. «Звездочка» балалар баҡсаһы тәҙрәләрендә лә хәҙер һүрәттәрҙе ҡыш бабай түгел, ә балалар үҙҙәре төшөрә.

Ф.Монасипов