Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Мостай Кәрим урамында күләмле реставрация эштәренән һуң Хәким йәмиғ мәсете асылды. Тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы һаналған иман йорто бинаһында БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан Хәким йәмиғ мәсетенән хәҙер халыҡ өҙөлмәй. Бинала иркен, йылы һәм яҡты. Уҙған быуат башында мосолмандар мөрәжәғәте буйынса сауҙагәр Абдуллатиф Хәкимов аҡсаһына төҙөлөп, 1930-cы йылда ябылған иман йортонда оҙайлы тынлыҡтан һуң доғалар ҡылына, тәүге йома намаҙы ла уҡылған.
Иман йорто ябылғандан һуң 18 метр бейеклектәге манаралары ла алынған. Унан һуң бинала күп төрлө ойошмалар эшләгән. Объект уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында ғына диндарҙарға ҡайтарылды, уны тергеҙеү эштәре Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты башланғысында алып барылды. Баш ҡала хакимиәте, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған халыҡ ярҙамы менән күләмле реставрация эштәренән һуң мәсет ишектәре асылды.
Мәсет эргәһендә «Хакимиә» мәҙрәсәһе лә булған. Хәҙер ул бинала Рәсәй ислам университетының киске бүлеге эшләй.
Тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы 2002 йылдан тергеҙелә башлағайны, манаралары һәм ярым айҙары 2019 йылда күтәрелде, биләмәһе төҙөкләндерелде. Баш ҡаланың дүртенсе йәмиғ мәсете хәҙер эске яҡтан да яңыртылып, иман нурына тулды.
Гөлназ Хәйбуллина