Иглин районында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн арҡанлы парк барлыҡҡа килде

«33-сө Легион» хоккей коробкаһы эргәһендә урынлашҡан парк Башҡортостан башлығы грантына төҙөлгән. Яңы объект Иглин үҫмерҙәренә төрлө миҙгелдәрҙә спорт менән шөғөллөнеү, тәбиғәт ҡосағында әүҙем ял итеү өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Белгестәр фекеренсә, 15 һынау этабынан торған арҡанлы юл үҫмерҙәрҙә рух ныҡлығы ла тәрбиәләйәсәк.