Бөгөн Рәсәй матбуғаты көнө. Радий Хәбиров билдәләүенсә, абруйлы һәм әһәмиәтле баҫмалар байтаҡ. "Республика Башкортостан" газетаһы быйыл 120 йыллығын билдәләй. Беренсе һаны 1906 йылда сыға, ул ваҡытта "Уфимский рабочий" тип атала. - Төрлө йылдарҙа бында Степан Злобин, Әнүәр Бикчәнтәев, Мостай Кәрим, Константин Симонов кеүек билдәле журналистар һәм яҙыусылар эшләй, уларҙың әҫәрҙәре баҫыла. Ул ваҡытта интернет булманы, газеталар мәғлүмәт биреү тиҙлегендә ярышты. Бөгөн мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ, иң мөһиме - кешеләргә ошо киңлектә йүнәлеш биреү, дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итеү. Беҙҙең киң мәғлүмәт сараларының төп бурысы шул, ти Республика Башлығы.