Илдә яңы программа ғәмәлгә ашырыла. 13 төбәктән 18 проект үткән. Уларҙың икәүһе - беҙҙең республиканан. - Аксенов һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледждары грант ала. Аҡса инфраструктураны яҡшыртыуға, матди-техник базаны нығытыуға, мәғариф программаларын камиллаштырыуға тотонола, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Колледждың мәктәп һәм бизнес менән хеҙмәттәшлеге программала ҡатнашыуҙың төп шарты булды.