Башҡортостанда бер ҡатын 6 миллион һумға алданған

Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Октябрский ҡалаһында 62 йәшлек ҡатын зыян күргән. Социаль селтәрҙә эшләп йөрөүсе пенсионерҙың йәнәһе хеҙмәт урынынан әңгәмә ойошторола. Ҡатынға мәғлүмәттәрҙе һанлы форматҡа күсерергә тәҡдим ителә, һылтанма күрһәтелә. Ошонан һуң телефонына шылтыратыусы уны дуҫ булмаған дәүләткә ярҙам күрһәтеүҙә ғәйепләй. Енәйәт эшен асмаҫ өсөн аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндерәләр. Пенсионер 5 миллион 824 мең һум аҡсаһын юғалта. Был хәл енәйәт кодексы буйынса тикшерелә.