Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл менән ҡотланы

Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл менән ҡотланы. Бы осрашыу хәҙер күркәм йолаға әйләнгән тип әйтергә мөмкин. Республика етәксеһе йыл һайын ошо көндә паллиатив учреждениела ятыусылар менән бергә билдәләй. уларға изге теләктәрен еткерә, бүләктәр тапшыра. Мәғлүм булыуынса, Өфө хосписы 2023 йылдың июленән эшләп килә. Йыл һайын меңдән ашыу өлкәндәргә һәм балаларға учреждениеның үҙендә, 3 меңдән ашыу пациентҡа өйҙәрендә паллиатив ярҙам күрһәтелә. Иҫке яңы йылды хосписта ҡаршы алыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Башҡортостан башлығынан бүләк, яратҡан сәхнә оҫталарының сығышы, байрам өҫтәле. Дүртөйлө районынан Әлфирә Исхаҡова өсөн Иҫке Яңы йыл көтөлмәгән һәм иҫтәлекле ваҡиғаларға бай. Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған ханымдың тормошонда мөғжизәләр Өфө хосписына эләккәндән һуң башланған. Бында өсөнсө тапҡыр дауаланам, хеҙмәткәрҙәрҙең сабырлығына, иғтибарлығына һоҡланам, күңел йылыһына ҡойоноп ҡайтам, ти ул.

Өфө хосписында байрамдан йыш уҙғарыла. Саранан бер кем дә ситтә ҡалмай, атлай алғандары үҙҙәре килә, аяҡтан яҙғандарҙы инвалид коляскаһында хатта ятҡан килеш карауаты менән дә алып киләләр. Өфө хосписы ул өмөт, хәстәр, йылылыҡ утрауы һымаҡ.

Өфө хосписы 2023 йылдан эшләп килә. Йыл һайын меңдән ашыу өлкәндәргә һәм балаларға учреждениеның үҙендә, 3 меңдән ашыу пациентҡа өйҙәрендә паллиатив ярҙам күрһәтелә. Өфө хосписының 3 йыллыҡ эшмәкәрлеген һандар теле менән ошолай сағылдырырға мөмкин. Әммә дауалай алмаҫтай сиргә дусар булғандар, яҡты донъялағы һәр көн өсөн көрәшкәндәр, йәшәүҙән төңөлгәндәр тураһында һүҙ барғанда статистика мәлүмәттәре икенсе планға ҡала. Иң мөһиме хоспис ауыр хәлгә тарығандарға күңел йылыһы өләшеп, иғтибар, хәстәр менән уратып ала.

Уңайлы инвалид коляскалары, дауалау процедуралары, массаж, бассейн. Өфө хосписында үҙаллы хәрәкәт итә алмағандар, түшәктә ятҡандар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Иң мөһиме бында шарттар өйҙөкөнө яҡынлаштырылған, пациенттарҙың туғандары иҙә яндарына тәүлек әйләнәһенә килеп йөрөй ала. Өфө хосписы Әбйәлил районының Салауат ауылындағы паллиатив бүлекте лә шефлыҡҡа алған, сөнки ярҙамға мохтаж пациенттар бөтәһе лә башҡалаға йөрөй алмай. Эш Башҡортостан башлығы гранты иҫәбенә башҡарыла.

Медицина, заман технологиялары алға киткән дәүерҙә лә дауалап булмаҫтай сирҙәр, аяҡҡа баҫтыра алмай пациенттар була. Әммә уларға тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итергә, күңел, йөрәк йылыһы бүләк итергә, һәр көндәрен шатлыҡҡа сорнарға мөмкин. Хоспис ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде. Бында өмөт сатҡыһы һүнгәндәр һөйөү, иғтибар, хәстәр менән уратып алына.

Яңы йылдан балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә мөғжизә көтә. Ә аяуһыҙ сирҙәргә дусар булғандар ғүмеренең һәр минутын сағыу, иҫтәлекле итеп уҙғарырға тырыша. Сөнки ыңғай тәьҫораттар уларҙың кәйефен күтәреп кенә ҡалмай, сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай, ғүмерҙәрен дә оҙонайта. Шуға күрә лә Өфө хосписында һәр байрамды, тыуған көндө матур ииеп ойошторалар. Иҫкесә Яңы йыл көтөп алған байрамлврғың береһе, улар был көндө һәр йыл Ьашҡортостан башлығы менән ҡаршы ала.

Рәмзиә Кәримова