Башҡортостан махсус хәрби операция зонаһына 170 гуманитар ылау оҙатты

Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 170 гуманитар ылау-барлығы 19 мең тонналыҡ ярҙам алып барылған. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итә.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, гуманитар ярҙам йыйыуҙа бөтә республика-эре предприятиелар,эшҡыуарҙар, ябай кешеләр ҡатнаша. Һәм әлбиттә, фронтҡа ирекмәндәр баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында ғына 20 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Уның бүлексәләре һәр муниципалитетта бар. Былтыр шайморатовсылавр 35,7 мең маскировка селтәре үргән, 73,8 мең изделие, шул иҫәптән 10 мең ярым костюм һәм дронға ҡаршы юрғандар теккән. Шулай уҡ 71 мең ярым окоп шәме, 5,7 мең тонна сәксәк һәм бауырһаҡ, 25 мең ярым банка ярымфабрикат әҙерләгән. Яугирҙарға 300 берәмеккә яҡын техника-автомобилдәр, квадроциклдар, мини трактор, экскаваторҙар, 200 генератор, 64 мобиль мунса оҙатылған. Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре яугирҙарҙың ғаиләләренә лә йорт эштәрендә ярҙам күрһәтә. Барлыҡ ирекмәндәргә, республикабыҙҙың битараф булмаған кешеләренә уртаҡ еңеүгә индергән тос өлөшө өсөн рәхмәт!-тип яҙған Башҡортостан етәксеһе.