Башҡортостан ашнаҡсылары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандың социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы кадрҙарҙы үҫтереү өлкәһендә системалы эш алып бара. Санитар нормалар буйынса күп төрлө мәғариф саралары, семинар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Был йүнәлештә эш үҙ һөҙөмтәһен бирә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Шишмә районы белем усаҡтарында эшләгән ашнаҡсылар «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашып, еңеүгә иреште. Уларҙың береһе-Любовь Байбурина.

Шишмә ҡасабаһының 1-cе мәктәбе уҡыусылары өсөн көтөп алынған оҫталыҡ дәресе. «Туҡланыу үҙәге» предприятиеһының производство мөдире Любовь Байбурина ғөбәҙиә бешереү рецепты менән уртаҡлаша. Һәр кемдең алдында таҡта һәм уҡлау. Башта үҫмерҙәр ҡамыр йәйҙе, унан һуң дөгө, йөҙөм, күрәгәнән эслек әҙерләне.

Хеҙмәт дәресендә уҡыусылар менән осрашып, төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарам. Өсбосмаҡ, бәлеш, ҡош телен дә, ҡарабойҙай бутҡаһын да бешерҙек. Ризыҡ әҙер булғандан һуң бергәләп сәй ҙә эсәләр. Ҡыҙҙар аш-һыу серҙәрен ҡыҙыҡһынып тыңлай, мин уларҙы киләсәктә ашнаҡсы һөнәрен һайларға ла саҡырам.

Любовь Байбурина, «Туҡланыу үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство мөдире

Любовь Байбурина туҡланыу өлкәһендә утыҙ йылдан ашыу эшләй. Башта Шишмә ҡасабаһындағы училищела, унан һуң мәктәп ашханаһында ашнаҡсы була. 2009 йылдан алып «Туҡланыу үҙәге»нең производство мөдире вазифаһын башҡара. Оҫталыҡ дәресе уҙғарылған белем усағының аҙыҡ-түлек блогы коллективы менән дә етәкселек итә. Шуға күрә балалар ҙа Любовь Александровна менән яҡшы таныш. Уның ризыҡты әҙерләү буйынса кәңәштәрен дә ихлас тыңлап ҡабул иттеләр.

Мин өйҙә тәмле итеп бешеренергә яратам, шуға оҫталыҡ дәресе ныҡ оҡшаны. Ҡамыр баҫырға өйрәндек, ҡайтҡас ғөбәҙиә бешереп, яҡындарымды ҡыуандырырға уйлайым.

Хеҙмәт дәресендә оҫта итеп сигергә, тегергә лә өйрәндем. Үҙебеҙгә алъяпҡыс теккәйнек. Ашханала дежур иткәндә, һәр ваҡыт уларҙы кейәбеҙ. Барыһы ла һоҡланып ҡарай. Кулинария буйынса ойошторолған оҫталыҡ дәрестәренә теләп йөрөйөм.

Милена Айытова, Шишмә ҡасабаһының 1-се мәктәбе уҡыусыһы

Любовь Байбурина ашнаҡсы һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән республика, ил кимәлендәге конкурстарҙа ла еңеүҙәргә ирешкән. Иң яҡшы ашнаҡсы ғына түгел, остаз исемен дә алған.

Беҙҙең «Туҡланыу үҙәге» ҡарамағында райондар күп, шуға күрә муниципалитеттарға йөрөп, тәжрибәм менән уртаҡлашам. Мәҫәлән, кәтлит, былауҙы нисек дөрөҫ бешереү алымдары менән таныштырам. Үҙем дә һәр мәғариф сараһынан белемемде арттырып ҡайтам.

Любовь Байбурина, «Туҡланыу үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство мөдире

«Туҡланыу үҙәге» етәкселеге лә Любовь Александровнаның эшкә яуаплы ҡарауын, иғтибарлы булыуын билдәләй.

Любовь Байбурина мәктәп ашханаһына эшкә көн дә байрамға кеүек йөрөүен билдәләй. Яңы ризыҡтар, төрлөләндереп әҙерләнгән меню... Күптән инде яратҡан һөнәре йәшәү рәүешенә әйләнгән. Белем усағы коллективы һәм уҡыусыларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү ҙә-фиҙаҡәр һәм тынғыһыҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Гөлназ Хәйбуллина