Өфө фән һәм технологиялар университетында бер диплом менән ике квалификация алырға мөмкинлек биргән программа эшләй башланы. Юғары уҡыу йортонда бөгөн «Энергетикала автоматик идара итеү системалары», «Һанлы химия» һәм «Интеграцияланған маркетинг коммуникациялары» кеүек өс йүнәлеш буйынса 100-ҙән ашыу студент белем ала. Студентҡа бер юлы ике бакалавр, һуңынан магистр программаларын үҙләштерергә мөмкин. Икенсе һөнәр төп һөнәрҙе тулыландырып, бушлай бирелә.
Университетта ике йүнәлеш белгес талаптарын берләштергән комплекслы уҡыу программалары булдырылған. Махсус дисциплиналар яңы курстарға берләштерелгән, унда бер предмет ике күҙлектән өйрәнелә. Әйткәндәй, 2024 йылдан тормошҡа ашырылған «Һанлы химия» курсы бөгөн илдә ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.