Тантанала киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре араһында уҙғарылған ижади конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Шулай уҡ Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почетлы грамоталары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең коллегалар бар. Хеҙмәттәшебеҙ Зөһрә Арсаева “Алға” айырым иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыу буйынса конкурста еңеү яуланы. Коллегабыҙ Фәймә Мәжитова Башҡортостан халыҡтары телдәренә арналған ижади бәйге еңеүсеһе тип иғлан ителде. Хәбәрсебеҙ Динара Сафина Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар берлегенә алынды. Уға союз танытмаһы тапшырылды.