Ишембай районында 4 мәктәп һәм балалар баҡсаһы капиталь ремонтлана

Ҡаланың  14-се һәм  19-сы  мәктәптәре  төҙөкләндерелә.  Шулай  уҡ  Тимашев һәм Ишәй ауылдарында белем йорттары  биналары тәртипкә килтерелә. 32-се балалар баҡсаһында ла эштәр ҡаралған. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был объекттарҙа ремонт яңы  уҡыу йылына тиклем тамамланырға тейеш.