Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә

Тыуған ил һағына. Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник»үҙәгенә килә. Унда дөйөм тәҙрә режимында медицина комиссияһын үтеп, документтарҙы рәсмиләштерергә һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә мөмкин. Граждандарға хоҡуҡи һәм финанс мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрелә, ваҡытлыса йәшәү урыны бирелә. Контрактҡа ҡул ҡуйғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған, ул төбәк Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса 2026 йылда ике тапҡырға артҡан. Быйыл 31 ғинуарға тиклем контрактҡа ҡул ҡуйған хәрбиҙәр төбәк бюджетынан бер тапҡыр бирелә торған аҡса алыуға иҫәп тота ала. 2025 йылдың октябренән пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә лә хеҙмәткә саҡырыу башҡарыла. Уларҙың сафын 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге граждандар тулыландыра ала. Улар өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү өсөн алдан бушлай уҡытыу үткәрелә. Контракт бер йылға төҙөлә, был ваҡыт үткәндән һуң запасҡа сығарыу мөмкинлеге бар.