Балаларҙы транспортта ташыуҙы дөрөҫ ойоштормаған өсөн 200 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал

Балаларҙы транспортта ташыуҙы дөрөҫ ойоштормаған өсөн 200 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал. Яңы йылдан ғәмәлгә ингән был административ яуаплылыҡ автомобиль креслоларын ҡулланмаған юридик шәхестәргә ҡағыла. Тәртип боҙоуҙарға бәйле штраф санкциялары ябай водителдәр өсөн дә күтәрелде. Үҙмәшғүл таксистар ҙа ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, вазифалы шәхестәр категорияһы булараҡ ҡарала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфөнөң Зәки Вәлиди урамы. Иртәнге сәғәт һигеҙҙән үк юл-патруль хеҙмәте полкы экипажы дежурҙа. Был урын осраҡлы һайланмаған. Сөнки, яҡында ғына бер нисә мәктәп һәм балалар баҡсалары бар. Бәләкәй пассажирҙар ултырған автомобилдәрҙе туҡтатыу ихтималлығы юғары.

9 ғинуарҙан Рәсәйҙә балаларҙы ташығанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн штраф күләме арттырылды. Әгәр бығаса бәлиғ булмағандар автокреслоға ултыртылмаған, йә хәүефһеҙлек ҡайышына беркетелмәгәндә 3 мең түләргә тура килһә, хәҙер ул 5 мең һум тәшкил итә.

Ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр шулай уҡ таксистарға ла ҡағыла. Үҙмәшғүллек эшен алып барған водителдәр хәҙер вазифалы кешеләр кеүек яуап тота. Шуға ла штраф күләме 25 мең һумдан 50 меңгә тиклем арттырылды.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр республика юлдарында бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 159 авария теркәлгән. Уларҙа 10 баланың ғүмере өҙөлгән, 163-ө йәрәхәтләнгән.

Азат Ғәлиуллин