Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаларын һайлап алыу конкурсы үтә

Яңы законға ярашлы, сираттағы саҡырылыш 45 кешегә тиклем арттырыла, ә уларҙың вәкәләттәре 5 йылға тиклем оҙайтыла. Конкурсҡа бөтәһе 6 тиҫтәгә яҡын ғариза килгән, уның һөҙөмтәләре буйынса иң лайыҡлылар йәштәр парламентына үтә. Кандидаттар иҫәбендә уҡытыусылар, йәш ғалимдар, журналистар, спортсылар һәм эшҡыуарҙар бар. Улар өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса закон проекттарын әҙерләне һәм эксперт жюриһына тәҡдим итте.