Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышы күсмә форматта, Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының Башҡортостан филиалында үтте.
Депутаттар ултырыш башланыр алдынан телерадиокомпанияның матди-техник базаһын ҡараны, музейҙа һаҡланған экспонаттар менән танышты, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Хужалар әйтеүенсә, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының бай тарихы бар, боронғо таҫмаларҙа республика, билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәт һаҡлана. Әле уларҙы һанлы форматҡа күсереү бара. Тарихи бина буйлап экскурсиянан һуң ошонда уҡ комитет ултырышы үтте. Депутаттар киләһе Парламент ултырышына сығарыласаҡ закон проекттарын ҡараны. Уларҙың күбеһе граждандарҙы социаль яҡлау тураһында. Депутаттар әйтеүенсә, комитет ултырышын күсмә форматта, профилле учреждениеларҙа уҙғарыу бик файҙалы, проблемалар менән урында танышыу ҡануни базаны камиллаштырыу мөмкинлеге бирә.