Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты лаборатоиряларында студенттар һәм аспиранттар яңы технологиялар ярҙамында тәжрибәләр үткәрә, патент яҡлай. Киләсәктә улар технолог булараҡ производство һәм агросәнәғәт предприятеларына етәкселек итәсәк. Илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Герметик һаҡлау системалары ярҙамында алмалар йыл дауамында сифатлы итеп һаҡлана. Бындағы микроклиматты боҙмаҫ өсөн контейнерҙар тиҙ генә ныҡлы итеп бикләнергә тейеш. Автоматлаштырылған идара итеү пункты ярҙамында дымлылыҡ, темература һәм кәрәкле миҡдарҙа төрлө газдар ҡулланыла.
76 квадрат метр майҙанда аграр университеты тәжрибә хужалығында үҫтерелгән картуф һаҡлана. Икенсе икмәктең дөйөм ауырлығы 4 мең тонна тәшкил итә. Уларҙың тап яртыһы сәсеүҙә ҡулланыласаҡ.
Ә был аш-һыу әҙерләү лабораторияһында ашнаҡсылар тәжрибә туплай. Студент кәтлиттәре аҡһымға бай.Кртуфтан әҙерләнгәненә аҡ бәшмәк валсыҡтары ҡушыла. Бынан тыш кишерҙән, ҡыҙыл сөгөлдөрҙән дә туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡ етештерелә. Аш плитәһе янында аспирант Рузалина Латипова. Ул киптерелгән йәшелсәләрҙән ялан шарттарында яугирҙарға борщ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә.
Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты лабораторияларында студенттар һәм аспиранттар аҙыҡты етештереү һәм һаҡлау технологияһы менән таныша.Алманан иҙмә етештерелә, компот өсөн тәғәйенләнгәндәре махсус шкафтарҙа киптерелә. Оҙаҡ һаҡлана торған файҙалы ризыҡтар күпләп алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ла оҙатыла.Факультет хеҙмәткәрҙәре аҙыҡтарҙы консервалауҙың һәм оҙайлы һаҡлауҙың инновацион ысулдарын да ҡуллана.Улар бөтәһе лә ризыҡтың тәмен, сифатын һәм туҡлыҡлылығын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
Студенттар һәм аспиранттар аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәһендә яңы технологияларҙы өйрәнә, ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү өлкәһендә ғилми-тикшеренеү менән шөғөлләнә.
2008 йылда файҙаланыуға тапшырылған 6-сы уҡыу корпусында иһә ғилми эш өсөн бөтә шарттар булдырылған. Факультет студенттары һәм уҡытыусылары химия, технология, биология һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә ғилми тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша. Факультетта шулай уҡ сифатлы һәм ҡулланыусылар талаптарына тап килгән яңы ризыҡтар, аҙыҡ-түлек әҙерләнә. Был продукттар лабораторияларҙа ентекле һынау үтеп,рөхсәт һәм патент алғандан һуң етештерелә башлай
Гүзәл Борханова