1 ғинуарҙан Рәсәйҙә сәксәк етештереү талаптары көсәйтелә

Киң таралған татлы ризыҡты бешереү, һатыуға сығарыу өсөн дәүләт стандарттары үтәлергә тейеш. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы сәксәктең составы, шәрбәт шыйыҡсаһы, ҙурлығы, продукцияны һаҡлау ваҡыты, маркировкалау документы сәксәктең сифатын күҙәтергә ярҙам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Баллы һәм тәмле сәксәк. Халыҡта киң таралған ризыҡты бешереүсе ашнаҡсылар сәксәктең меңгә яҡын төрө бар ти. Өфөлә сәксәк бешереүселәр тәмлекәстең серле рецептын файҙалана. Улар ҡамыр баҫҡанда йомортҡа һарыһын күберәк ҡушып баллы шыйыҡсаны махсус техника буйынса әҙерләй.

Сәксәк урындағы халыҡтың ғына түгел, ҡунаҡтарҙың да яратҡан ризығы. Төбәккә килгән туристар уны күстәнәскә һатып алырға ярата. Республика бренды булараҡ танылған аҙыҡты матур ҡаптарҙа сувенир булараҡ та тәҡдим итәләр. Тик һауыттың матурлығынан алда продукцияның сифатын һаҡлау мөһим.

Сәксәктең сифатын юғалтмау, ҡуланысуылар өсөн тәмле һәм хәүефһеҙ тауар еткереү маҡсатында ғинуарҙан татлы ризыҡты бешереү өсөн дәүләт стандарты индерелде. Документҡа ярашлы сәксәктең составы, шәрбәт шыйыҡсаһы, ҙурлығы, продукцияны һаҡлау ваҡыты, маркировкалау, транспартировкалау ҡағиҙәләре билдәләнә. Яңы талаптар тәмлекәсте хәүефһеҙ етештереү һорауҙарынан башҡа милли ризыҡтың рецептын һаҡлауға булышлыҡ итә.

Ф.Миһранова