Өфөлә Фирҙәүес Хисамитдинова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды

Бөгөн Өфөлә арҙаҡлы ғалимә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала күренекле шәхестең коллегалары, яҡындары, туғандары ҡатнашты. Улар Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының башҡорт тел ғилемен үҫтереүҙәге өлөшөн, төрки донъяла халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыуын, тотош быуын ғалимдар тәрбиәләүен иҫкә алды. Фирҙәүес Хисамитдинова үҙе беҙҙең аранан китһә лә уның эштәрен уҡыусылары дауам итә. Иҫтәлектәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор. Мемориаль таҡтаташтағы ҡыҫҡа ғына биография артында фәнгә бағышланған ғүмер ята. Фирҙәүес Хисаметдинова 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 40 монография һәм һүҙлектәр авторы. Бар ғүмерен башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын үҫтереүгә бағышлаған арҙаҡлы шәхес. Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт филологияһы факультетына ла тап Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы нигеҙ һала.

Фирҙәүес Хисамитдинова фәнни хеҙмәт менән бер рәттән дәүләт һәм йәмәғәт эшен дә алып бара. Башҡортостандың мәғариф министры, Тарих тел һәм әҙәбиәт институты директоры вазифаһын башҡара, ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтен етәкләй. Ғалимә шул уҡ ваҡытта фәнни өлкәлә халыҡ-ара бәйләнештәр булдырыуға, донъяуи кимәлгә сығыуға ныҡлы иғтибар бирә. Тотош быуын ғалимдар әҙерләй, бөгөн уның эштәрен уҡыусылары дауам итә.

Тынғыһыҙ шәхес тыуған яғы менән дә бәйләнеште өҙмәй, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында уҡыусыларға үҙенең премияһын тапшыра, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы үҙенең балаларын да милли рухта тәрбиәләй, уларҙа туған телгә һөйөү уята.

Мемориаль таҡтаташ арҙаҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында ҡуйылған. Сөнки Фирҙәүес Хисамитдинованың тормош һәм хеҙмәт юлы халыҡҡа, телгә, фәнгә хеҙмәт итеүҙең күркәм өлгөһө. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының исеме ғилми хеҙмәттәрендә, уҡыусылары хәтерендә лә йәшәй.

Р.Кәримова