Продукция күләме 127 процентҡа артҡан, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Республикала һығылған көнбағыш майына сит илдәрҙә ихтияж ҙур, сөнки продукция сифат күрһәткестәре буйынса юғары баһалана. Шишмә һәм Көйөргәҙе райондарында етештерелгән май фитосанитар талаптар буйынса тикшерелгәс кенә Ҡытайға оҙатыла.