Көйөргәҙе районының май һығыу заводы 2 мең ярым тонна көнбағыш шроты оҙатҡан. Продукция лабораторияла ҡаралған, барлыҡ санитар талаптарға тап килә, тип белдерәләр Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан. Республика уҙған йылда Германия,Латвия, Марокко һәм Төркмәнстанға 83 мең тоннаға яҡын мал аҙағы ҡатнашмаһы оҙатҡан.