Хоҡуҡ һаҡлау органына һәләк булыусы яугирҙең әсәһе мөрәжәғәт иткән. Уның әйтеүенсә, никах улын хәрби хеҙмәткә оҙатырға бер аҙна ҡалғас ҡына була. Прокурорҙар бөтә факттарҙы тикшереп ир менән ҡатындың бергә йәшәмәүен, киләсәккә пландары булмауын асыҡлай. Баш ҡаланың Октябрь районы суды прокуратура дәғүәһе буйынса хәрби операцияла ҡатнашыусының никахын законһыҙ тип тапты. Суд ҡарарына ярашлы, ЗАГС документы ғәмәлдән сығарылған - ҡатын түләүҙәргә дәғүә итә алмай.