Стәрлетамаҡтың “Ашҡаҙар” газетаһы фронт һәм тылды бәйләп тора

Баҫма махсус хәрби операция тормошон һәм урындағы ирекмәндәр эшмәкәрлеген яҡтырта. Яугирҙарҙың ғаилә ағзалары өсөн “Изге подписка” акцияһын ойоштора. Йыл һайын хәрбиҙәр ҡатнашлығында "Беҙ бергә" исемле спорт-мәҙәни фестивале уҙа. Баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Мансурова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн“Ашҡаҙар” газетаһы 35 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Матбуғат байрамы әлеге минуттарҙа Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә башланып тора.Тамашала билдәле артистар сығыш яһай. Яугирҙарға арналған күргәҙмә эшләй. Газетаға яҙылыусылар араһында ҡаланың “Ҡайынҡай” шифаханаһына юллама уйнатыла.