Уға ярашлы, хужалыҡтарға техника алыу сығымдарының яртыһы ҡаплана. 2025 йылда республикала 2 мең 200 техника алынған. Бының өсөн 12 миллиард һум тотонолған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзразхманов белдереүенсә, 2019 йылдан алып 21 меңгә яҡын техника ҡайтарылған. Был агросәнәғәт комплексын нығытыуға ҙур ҡеүәт биргән. Комбайндар һәм тракторҙарҙың эш көсөргәнешлеге кәмегән.