Башҡортостанда 7 яңы вертолет майҙансығы булдырыла

Премьер-министр Андрей  Назаров  санитар аваиация үҫеше стратегияһын раҫланы. Документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Вертолет майҙансыҡтары Өфөлә 18-се дауахана  янында, шулай  уҡ  Белорет, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, Асҡын һәм Мәсәғүт ауылдарында урынлаша. Медицина авиацияһы 15 минут эсендә  пациенттар янына  килеп етергә тейеш.