Хәүефһеҙлек тәьмин итеү темаһы Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, махсус әҙерләнгән урындарҙа ғына һыуға сумырға мөмкин. Был биләмәлә ҡотҡарыусылар һәм табиптар мотлаҡ дежур итергә тейеш. Тәртип һаҡлау һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн 1 меңдән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителә. Керәшен байрамы 18 ғинуарҙан 19-ына ҡарай төндә була.