Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә

Медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу талап ителә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был аҙнаның оператив кәңәшмәһендә дауаханаларҙа ашатыуға иғтибарҙы арттырырға ҡушты.

Медицина учреждениеларында туҡланыу дауалау процесының бер өлөшө булып тора. Сөнки йылы һәм тәмле ризыҡ кәйефте күтәрә, көс бирә. Белгестәр әйтеүенсә, аҙыҡтың тәмле генә түгел файҙалы булыуы ла шарт. Күп осраҡта еңел үҙләштерелгән һәм юғары аҡһымлы ризыҡтар талап ителә. Бигерәк тә операциянан һуң. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары буйынса 6 төр диета ҡаралған, меню пациенттың сәләмәтлек торошона ҡарап билдәләнә.

Мәҫәлән, Республика клиник онкология диспансеры өсөн туҡланыуҙы аутсорсерҙар тәьмин итә. Ризыҡтың сифатын махсус йыйылған комиссия тикшерә, уның составына табиптар ҙа инә.

Башҡортостандың баш ҡалаһында өс ойошма медицина учреждениелары пациенттарын туҡландырыу менән шөғөлләнә. Күп осраҡта республика стационарҙары өсөн аҙыҡты дауаханаларҙың аҙыҡ-түлек блоктары түгел, ә аутсорсерҙар әҙерләй. Улар әҙерләнгән ризыҡтың сифатын һаҡларға тырыша, әммә проблема ла юҡ түгел, ул финанслау менән бәйле. Һуңғы йылдарҙа тәүлек рационының хаҡы ике тапҡырға тиерлек артҡан. Дүшәмбе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы дауаханаларҙа туҡланыуҙы камиллаштырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, был тәңгәлдә тәҡдимдәр бар.