Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланды. Сара уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, башҡорт телен уҡытыуҙа инновацион алымдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Зөлфиә Әминева уҡытыусы һөнәрен йөрәк ҡушыуы буйынса һайлаған. Буласаҡ һөнәренә һәм балаларға һөйөүе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған йылдарында уҡ башлана. Өфөнөң Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се лицейында педагогик практика үткән ҡыҙ дөрөҫ юл һайлауына тағы ла инана. Шуға ла ҡулына диплом алыу менән икеләнеп тормай, практика үткән лицейға эшкә килә. Йәш уҡытыусы дәрестә «Башҡорт телен үҫтереү үҙәге» тәҡдим иткән өҫтәл уйындарын уңышлы ҡуллана.Тел өйрәнеүсе малай-ҡыҙҙарға уҡытыусы донъя кимәлендә башҡорт телен юғары кимәлдә өйрәнгән йәштәрҙе өлгө итеп ҡуя.
Малай-ҡыҙҙарға айырыуса интерактив таҡтала эшләү оҡшай. Уйын формаһындағы дәрестәр башҡорт телен тәрәнерәк өйрәнеүгә, терминдарҙы, тәбиғәт күренештәрен хәтерҙә нығыраҡ ҡалдырырға булышлыҡ итә.
Өфө мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ярыш бер нисә этапта үтә. Тәүге этапта конкурсанттар портфолио, методик эшләнмәләр һәм видео дәрестәр күрһәтәсәк. Бынан тыш асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. Финалда башҡорт телен уҡытыуҙы үҫтереү буйынса инновацион проекттарҙы яҡлаясаҡтар.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ҡала конкурсы педагогтарҙы туған телде уҡытыуҙа яңы ысулдар эҙләүгә дәртләндерә, уны йәнле һәм заманса итә. Уҡытыусылар һанлы технологияларҙы ныҡлы үҙләштерерә, авторлыҡ методикаларын эшләй. Конкурстың башҡорт теленең тарих, тыуған яҡты өйрәнеү, сәнғәт менән бәйләнешен көсәйтеүҙә, остазлыҡ хәрәкәтен үҫтереүҙә лә әһимиәте баһалап бөткөһөҙ.
Гүзәл Борханова