Ярыш район үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ойошторолдо. Ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Руслан Фәттәхов һәм башҡа яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Дзюдо буйынса көслөләрҙе асыҡлау бер нисә йәш категорияһында барҙы. Малайҙар араһында еңеүселәр 2017-2019, ҡыҙҙар араһында 2012-2013 йылғылар араһында асыҡланды. Турнирҙа бөтәһе 25 спортсы ҡатнашты. Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, яугирҙар иҫтәлегенә спорт ярыштары ойоштороу бик мөһим. Йәш быуын яҡташ батырҙарының исемен белеп үҫергә, улар рухында тәрбиәләнергә тейеш.