Был Башҡортостан шефлыҡҡа алынған биләмәләге тағы бер объект. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, белем усағы ҡалала иң боронғоһо. 2022 йылда артиллерия һөжүме ваҡытында ул ныҡ зыян күрә, уҡыуҙар туҡтатыла. Төҙөүселәр эште бер нисә этапҡа бүлде. Ҡыйыҡ, инеү төркөмө тулыһынса ремонтлана, тәҙрәләр, тышҡы һәм эске инженер селтәрҙәр, коммуникациялар алмаштырыла, яңы ҡаҙанлыҡ ҡуйыла. Әле биләмәне төҙөкләндереү, спорт майҙансығын йыһазландырыу һәм фасадты ремонтлау кеүек эштәр ҡалған. Быйыл ул тамамланасаҡ. Былтыр йәй мәктәптә булғанда, физика кабинетын йыһазландырырға ярҙам итеү тураһында һөйләшеп килештек. Шуныһы мөһим, мәктәп буш тормай. Хәҙер унда 200-ҙән ашыу бала уҡый, беренсе класс уҡыусылары ла бар. Донбасс ҡалалары ғәҙәти тормошҡа кире ҡайта. Һәм беҙ уларға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.