Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһының беренсе ултырышы 22 ғинуарҙа үтә

Парламент рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә уҙған бөгөнгө президиум ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Ултырыш Башҡортостандағы төҙөлөш комплексы торошо һәм үҫеш мөмкинлектәренә арналған хөкүмәт сәғәте менән башланасаҡ. 2025 йылда бала хоҡуҡтарын, иркен һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү һәм яҡлау тураһында республикала Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең доклады тыңланасаҡ. Көн тәртибенә бөтәһе 35 мәсьәлә ингән, уларҙың күбеһе республика закондары проекттарын ҡарауға бәйле. Аҙаҡтан Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын ҡарау планлаштырыла.

Президиум улытыршында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың почет грамоталары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында биология фәндәре докторы, доцент Илгиз Һөйөндөк та бар.