Өфөлә иҫерек ир шаурма һатыусыға ташланған

Күңелһеҙ осраҡ Менделеев урамында урынлашҡан шаурма һатыу нөктәһендә теркәлгән. Эскән ир шаурма тәмһеҙ тигән дәғүә менән һатыусыға ҡул күтәргән. Зыян күргән һатыусы полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙған. Тәртип боҙоусы ғәфү үтенмәгән, ғәйебен дә танымаған. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.