Башҡортостандың ике колледжы «Агропрофи» грантына үткән

Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Студент өсөн ул ябай ҡарағат түгел, ә ғилми хеҙмәт емеше. Үҫенте япрағынан тамыр оҙонлоғона тиклем иғтибарға алына. Һәр яңылыҡ айырым теркәлә бара.

Ветеринар һөнәре лә еңелдән бирелмәй. Шулай ҙа, мауыҡтырғыс. Сөнки, уҡыуҙар практик белем биреү менән йәнәш алып барыла. Әлшәй районының Николай Сибирцев исемендәге Аксенов агросәнәғәт колледжында, ғөмүмән, ветеринар, умартасы, зоотехник кеүек тиҫтәнән ашыу һөнәр үҙләштерергә мөмкин.

Әйткәндәй, быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең ике тиҫтәгә яҡын төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Улар араһында Әлшәй районының Николай Сибирцев исемендәге Аксенов һәм Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледждары бар.

Яңы программа «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырла. Бынан тыш, «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты 2030 йылға тиклем тармаҡты кадрҙар менән 95 процентҡа тиклем тәьмин итеү маҡсатын ҡуя.

«Агропрофи» гранты колледж инфраструктураһын төҙөкләндереү, матди-техник базаны яңыртыу, ҡорамалдар һәм программа тәьминәте һатып алырға мөмкинлек бирә. Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән сара- буласаҡ фермерҙар әҙерләү өсөн төҙөлгән системалы эш.

Азат Ғәлиуллин