Өс йыл ярымдан һуң йәнә тыуған мәктәпкә. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһында капиталь ремонттан һуң 7-се һанлы мәктәп сафҡа инде. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, белем усағы ҡалала иң боронғоһо. 2022 йылда артиллерия һөжүме ваҡытында ул ныҡ зыян күрә, уҡыуҙар туҡтатыла. Республика ярҙамы менән балалар өсөнсө сиректе өр яңы белем усағында ҡаршыланы.
Тергеҙелгән тамаша залына тәүге тапҡыр дәүләт флагы индерелә. Был күренеш Рәсәй халҡының һынмаҫ рухын һынландыра. Сөнки тап ошо зал Украина режимы осорған ракеталарҙан нығыраҡ зыян күрә. Емереклектәргә ҡарап йөрәк илай ине, тип хәтерләй мәктәп директоры.
Тәү сиратта ҡыйыҡ, коммуникациялар һәм емерелгән стеналар тергеҙелә. Төҙөлөш Радий Хәбировтың шәхсән күҙәтеүендә булды. Махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар менән осрашҡанда Башҡортостан башлығы мәктәптә барған эштәр менән танышмай китмәне.
Өс йыл ярымдан һуң белем усағында йәнә балалар тауышы яңғырай. Яңы бүлмәләрҙә улар тағы ла сағыуыраҡ, ышаныслыраҡ ишетелә. Элек хыялда ғына булған уҡыу кәрәк-яраҡтары хәҙер һәр бүлмәлә, тип ҡыуана уҡыусылар.
Фән хәҙер китаптан ғына өйрәнелмәй. Бар теория ла ғәмәли эштәр менән оҙатыла бара. Бының өсөн лабораториялар, юғары технологиялы ҡорамалдар, тренажерҙар ҡаралған.
Уҡыуҙар тергеҙелһә лә төҙөлөш эштәре туҡтатылмай. Быйыл республика ярҙамы менән мәктәптең ихатаһы, асыҡ һауалағы спорт майҙансығы һәм фасад яңыртыла. Ошо рәүешле Красный Луч ҡалаһының иң бай тарихлы мәктәбе 2029 йылда йөҙ йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә.
Гөлнур Вәлиева