Студенттар һәм уҡытыусылар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам ит

Бөтәһе лә Еңеү өсөн! Ирекмән-студенттарҙан һәм уҡытыусыларҙан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам. Башҡорт дәүләт аграр университетынан фронт һыҙығындағы һалдаттарға ярҙам саралары хаҡында киләһе яҙмала.

Был ҡоролма ябай һәм һөҙөмтәле эшләй. Уның үткер бысаҡтары ярҙамында маскировка селтәре үрер өсөн меңәр метр оҙонлоҡта яҫы таҫмалар киҫелә. Окоп шәмдәре, йылы кейемдәр, бензобысҡы һәм башҡа мөһим предметтар ҙа һалдаттар үтенесе буйынса тупланған. Ә был станокта артында маскировка селтәре үреүселәр үҙҙәре. Уларҙың да эше яуаплы. Ауыл хужалығы университеты ирекмән-студенттары ике йыл дауамында алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа.

Ремонт цехында совет осорондағы тәгәрмәсле ҡорос аттар яңыртыла. Хәрби ялан шарттарында етеҙ хәрәкәт итеү һәм мобиллек өсөн улар яңынан һүтеп ҡорола. Был осраҡта ауыл хужалығын механикалау факультеты егеттәре ярҙамға килә. Был мотоциклдар ҙа тиҙҙән электромобиль кимәленә еткерелеп алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ.

Ирекмән-студенттар йылы кейемдәр, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәрен «Гамми» ҡушаматлы яугир аша алғы һыҙыҡҡа оҙата. Яугир үҙа лә аграр университет студенты. «Башҡортостан» полкында хеҙмәт иткән яуҙаштарына тыуған яҡ сәләмен һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттары көсө менән тупланған ҡумталарҙы тапшырасаҡ.

Башҡорт дәүләт аграр университетында үҙ иле өсөн яуаплылыҡ тойған йәштәр быуыны тәрбиәләнә, гуманитар ярҙам ойоштороп, һалдаттарҙың рухын нығыта.

Студенттарҙың, уҡыу һәм башҡа мәшәҡәттәргә ҡарамай, ирекмәнлек өсөн ваҡыт табыуы айырым маҡтауға лайыҡ. Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары ла өгөт-нәсихәт биреп кенә ҡалмай-шәхси өлгөләре менән Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

Гүзәл Борханова