Өфөлә йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Минһажетдинов 102 йәшен билдәләне

17 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа киткән Әсхәт Асҡар улы һуғыштан һуң тормош юлын медицина менән бәйләй. Доцент, медицина фәндәре кандидаты тиҫтәләгән ғилми эш һәм бер нисә китап авторы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

102 йәшен билдәләгән Әсхәт Минһажетдинов Мәскәү хәрби-инженер училищеһы курсанты булғанда уҡ үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1942 йылдың яҙында Мәскәү янында халыҡ ополчениеһының 17-се уҡсылар дивизияһы составында немецтарға ҡаршы көрәшә. Көнбайыш, Брянск һәм 2-се Белоруссия фронттарын үтеп, Курск алышында ҡатнаша, дүрт тапҡыр яралана. 1944 йылдың көҙөндә ҡаты яраланғандан һуң демобилизациялана. Бөйөк Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршылай.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Әсхәт Асҡар улы тормошон кешеләрҙе дауалауға бағышлай. Өфө медицина училищеһын, һуңынан Башҡорт медицина институтын тамамлай. Йоғошло сирҙәрҙе дауалаған табип 15 йыл медицина институтында ғилми-тикшеренеү секторын етәкләй. Доцент Әсхәт Минһажетдинов 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт һәм бер нисә китап авторы.

Әсхәт Минһажетдиновтың хәрби ҡаҙаныштары Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Белоруссияны азат иткән өсөн» миҙалдары һәм башҡа бик күп дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Әсхәт Асҡар улы тыуған иленә һәм һайлаған һөнәренә тоғролоҡ өлгөһө.

Ф.Миһранова