Бындай эш "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты буйынса алып барыла. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ситтән орлоҡ алынмай. Үҙебеҙҙең материалды ҡулланыу урмандарҙы тергеҙеүҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Әҙерләнгән запастың ҙур өлөшө ҡарағай орлоғо. Шулай уҡ шыршы, йүкә, ҡайын үҫентеләренә өҫтөнлөк бирелгән.