Башҡортостан тәбиғәт парктары яңы йыл каникулында 4 мең 350 кеше ҡабул иткән

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса туристарҙың күбеһе  "Ирәмәл"дә булған. Шулай уҡ "Мораҙым тарлауығы"на килеүселәр күп. Өсөнсө урында - "Еҙем" паркы. - Башҡортостан ғаилә ялы өсөн популяр йүнәлештәрҙең береһе, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.