Быйылдан “Рәсәйҙең Почетлы доноры” һәм “СССР-ҙың Почетлы донор”ҙарына 19 мең 497 һум бирелә. Был суммаға һалым булмай. Ул йылына бер тапҡыр түләнә, 1 апрелгә тиклем күсерелә. Башҡортостан ҡан тапшырыу станцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, быға тиклем түләү алған кешеләргә яңы ғариза тапшырыу кәрәкмәй. Социаль яҡлау органы документты автоматик рәүештә булдыра. “Почетлы донор” исемен яңыраҡ алыусылар Күп функциялы үҙәктә йәки “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша ғариза яҙырға тейеш. “Почетлы донор” булыу өсөн 40 тапҡыр ҡан һәм уның компоненттарын, шулай уҡ 60 тапҡыр плазма тапшырырға кәрәк.