Башҡорт аттары тоҡомо-республиканың тере символы, уның рухы һәм тәбиғи матурлығының кәүҙәләнеше. Был хазина беҙҙең йылҡысыларҙың, ғалимдарҙың күп йыллыҡ ныҡышмалы хеҙмәт емеше икәнен күптәр белмәй. Төбәк башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Ираида Әхәтоваға бағышланы.
Тап Ираида Әбүбәкир ҡыҙы арҡаһында башҡорт аттары популяцияһы 1990 йылда тоҡом тип таныла һәм селекция ҡаҙаныштарының дәүләт реестрына индерелә. Ираида Әхәтова һөт йылҡысылығы буйынса ғилми мәктәп ойоштора, 14 фән кандидаты һәм докторы әҙерләй. Аграр вуздар өсөн уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәр яҙа, бик күп ғилми хеҙмәттәр баҫтыра. Ираида Әбүбәкир ҡыҙына оло хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт. Һаулыҡ һәм тик изгелек теләйем тигән Башҡортостан башлығы.