17 ғинуарҙа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Артист көнө билдәләнә

Иҫтәлекле дата көнө осраҡлы һайланмаған. Был көндө СССР-ҙың беренсе халыҡ артисы Константин Станиславский тыуған. Артист көнө уңайынан республика сәхнәләрендә мәҙәни саралар үтә, фильмдар күрһәтелә, йәш актерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Байрам көнөндә артистарға ярҙам итеүсе ирекмәндәр ҙә бүләкләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Арыҫлан Ҡырымсурин 5 йәшендә үк ҙур киноға төшөп тамашасы һөйөүен яулай. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмында Йәмил ролен башҡарыусы актер «Нуленсе пациент» сериалында, «Шағир көндәлеге», «Айназ» фильмдарында ла уйнаған. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр билдәләнгән Артист көнөндә үҫмер киләсәккә хыялдары менән уртаҡлашты.

17 ғинураҙа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Артист көнө билдәләнә. Байрам уңайынан Өфөлә Актерҙар йортонда ветеран артистар, Мәҙәниәт проекты ирекмәндәре тәбрикләнде. 2018 йылда ойошторолған хәрәкәт волонтерҙары кино-театр сәнғәте менән бәйле сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам итә, оло йәштәге ветерандарҙы хәстәрләй.

Театр-кинола сәхнәлә һәм экрандарҙа төп ролде башҡарыусыларҙан тыш кадр артында ҙур команда эше ҡала. Ижади төркөм һәм ирекмәндәр тырышылығы менән тамашасыларға әҙер материал-һоҡландырғыс проекттар еткерелә.

Ф.Миһранова