Белорет районы Манышты ауылында милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика ярышы үтте

Белорет районы Манышты ауылында Бигарыҫлан Солтанов иҫтәлегенә милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика ярышы үтте. Шәхестең исеме күптәргә профессиональ башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Башҡорт һунарсыһы» картинаһы аша таныш. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Салт ҡояш йылмайып торһа ла, Манышты ауылы биләмәһендә 31 градус һыуыҡ күрһәтә. Әммә ярышта ҡатнашыусыларҙы һауа торошо ҡурҡытманы. Һунар саңғыһын кейеүселәр алға, еңеүгә ынтылды.

Трасса өс төр һынауҙан торҙо. Тәүҙә ҡатнашыусылар ян тартып уҡ атһа,артабан пневматик ҡорал менән сәпкә тоҫҡаны. Иң ҡатмарлыһы иһә махсус эшләнгән һөнгөләрҙән йәнлек макетына тейҙереү ине.

Һунар саңғыһы урман башҡорттары араһында ҡалтағай тип йөрөтөлә. Ул элек халыҡ көнкүрешендә киң ҡулланылған.

Ярыш, ғөмүмән, күптәр өсөн ғаилә спорты һанала. Шуға ла сарала сәм дә көслө.

Милли һәм этник спорт төрҙәренең республика ярышына Белорет районы Аҙнағол ауылы халҡы ла дәррәү сыҡҡан. Улар «Айыҡ ауыл» конкурсының быйылғы ҡатнашыусыһы. Шуға ла төрлө сараларҙа әүҙемлек күрһәтергә тырыша.

Ярыштан дәүләт һәм муниципаль район вәкилдәре лә ситтә ҡалманы. Белорет районы башлығы Азат Хәкимов мәҫәлән, һунар саңғыһында ир-егеттәр араһында тәүгеләрҙән булып старт алып, бар дистанцияларҙы ла уңышлы үтте.

Ярышта ҡатнашыусылар һыр бирмәне. Шулай ҙа араларында саңғыла ҡолағаны ла, төрлө хәйләгә барғандары ла булды. Ваҡытҡа түгел, улар бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеү өсөн ярышты.

Иң мөһиме барыһы ла онотолмаҫ тәьҫораттар алды, юғары һөҙөмтә күрһәткәндәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Азат Ғәлиуллин