Баймаҡта уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы

Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында традицион уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы. Ярыш тәүгә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы призына ойошторолдо. Тулыраҡ,киләһе яҙмала.

Сара традицион уҡтан атыуҙы популярлаштырыу, уҡсыларҙың спорт һәм техник оҫталығын күтәреү, халыҡтарҙыңтарихи, мәҙәни мираҫын пропагандалау маҡсатынан уҙғарылды. Турнирға райондыңтөрлө ауылдарынан, шулай уҡ Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан бөтәһе 50-нән ашыууғатар йыйылды.

Турнирҙа 6 йәштән 17 йәшкәтиклемге йәш уҡсылар ҡатнашты. Иң кеселәре 8 метр алыҫлыҡта, урта төркөм 12, ә өлкәндәр 15 метрлыҡ дистанцияла ярышты.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Тәсним һәмАбдуссабур Бикбирҙиндар, Рүзилә Рахманғолова, Йософ Өмөтбаев, Айсын Сабитоваһәм Искәндәр Йәмлихин иң яҡшы уҡ атыусылар тип табылды. Турнир Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән быйыл беренсе тапҡыр спорт һәм һаулыҡ декадаһы сиктәрендә уҙҙы.

Рүзилә Ғүмәрова