Башҡортостанда иң һөҙөмтәле эшләгән муниципаль берәмектәр иғлан ителде

Еңеүселәр федераль һәм республика кимәлендә биләдәләнә. Башҡортостан конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә үтте. Улар Республика етәксеһенең «Йыл ҡаҙанышы» грантына лайыҡ булды. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ креатив индустрияларҙы үҫтереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тураһында ла һүҙ барҙы. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Социаль-иҡтисади күрһәткестәр, инвестициялар йәлеп итеү, тормош сифаты, уңайлы мөхит, мәғлүмәти асыҡлыҡ. Муниципаль берәмектәрҙең эшмәкәрлеген баһалағанда төрлө күрһәткестәр, эш һөҙөмтәләре иҫәпкә алына. Федераль кимәлдә 9, республика конкурсында 25 ҡала-район еңеү яулаған.

Федераль конкурста еңеүселәр һуңғы өс йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса 11 күрһәткес буйынса билдәләнә. Бында ыңғай динамика, үҫеш булырға тейеш. Муниципаль берәмектәрҙең Башҡортостан башлығы грантына ярышы 2019 йылдан, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Ул 5 номинацияны һәм 61 күрһәткесте үҙ эсенә ала.

Оператив кәңәшмәлә креатив индустрияны үҫтереү тураһында ла һүҙ барҙы. Бында интеллектуаль эшмәкәрлек, ижади ҡараш, зауыҡ сағылышы булған тауарҙар һәм хеҙмәттәр күҙ уңында тотола. Креатив индустрия һәр кешегә үҙенең һәләте һәм ижады ярҙамында аҡса эшләү мөмкинлеге бирә. Ул төрлө өлкәләрҙе үҙ эсенә ала. Әле республикала махсус мәктәптәр, совет ойошторолған, конкурстар уҙғарыла. Республика етәксеһе креатив индустриялар үҫешен шәхсән контролдә тота. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса секторҙы үҫтереүгә 25 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә республикала сатлама һыуыҡтар көтөлә. Башҡортостан башлығы ашығыс ярҙам хеҙмәттәрен әҙерлек һыҙығында булырға саҡырҙы. Ә бына юлдарҙы ябыу менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәрәк, тине Радий Хәбиров. Хәрәкәт итеү мөмкинлеге бар икән, сикләү талап ителмәй.

Рәмзиә Кәримова