Билдәле скульптор Салауат Шербаков ТВЦ каналында яҙыусы Татьяна Устинованың авторлыҡ программаһында ҡатнашты. «Минең герой» тип аталған тапшырыуҙа ул рәссам булараҡ тарихи дәүерҙе тойоуы, ни өсөн һәр самбист бер аҙ скульптор булыуы, рәссамдың кеше образдарында нимә күреүе, шулай уҡ скульптор өсөн ижадта тыйылған темалар бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында һөйләне. Үҙенең интервьюһында Салауат Щербаков атаһының башҡорт булыуын, 5 йыл элек тәүге тапҡыр республикаға килеүен оло ғорурлыҡ менән әйтте.
Танылған скульптор Өфөнөң Совет майҙанында генерал Шайморатов мемориалы һәм Ленин паркында Мортаза Рәхимов һәйкәле авторы. Ул шулай уҡ Көрәш һарайы ҡыйығындағы барельефтарҙы һәм биләмәләге скульптураларҙы эшләгән. «Минең герой» тапшырыуында Радий Хәбиров Салауат Шербаковтың башҡарған эштәрен юғары баһаланы.