Башҡортостан Милли музейында республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн асыҡ ишектәр көнө үтте. Журналистарға учреждение буйлап махсус экскурсия ойошторолдо. Улар фондтарҙа һаҡланған экспонаттар менән яҡындан танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡортостандың Милли музейы фондында һаҡланған 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһының байрағын хәҙер һәр кем күрә ала. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан тулы реставрация үткәндән һуң ул киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Шулай ҙа әләмде һаҡлау буйынса бөгөн дә төплө саралар алып барыла.
Ә был фондта иһә ағастан эшләнгән көнкүреш әйберҙәре һаҡлана. Шулай уҡ дымлылыҡ, температура ла билдәле бер кимәлдә тотола. Төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡланыу сараларынан биологик режим да ҡаралған. Әлбиттә, ул бал ҡорттарына ҡағылмай. Башҡортостандың Милли музейында умарта икенсе йыл ҡышлай. Улар өсөн урында бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Хатта, учреждение эргәһендә тәртипкә килтерелгән махсус баҡса ла бар.
Бер төркөм журналистарға шулай уҡ тотош донъяға билдәле "Ирәндек айыуы"н да тотоп ҡарау мөмкинлеге лә бирелде. Әлбиттә, тик бирсәткәләрҙә генә. Биш килограмм ауырлыҡтағы тәбиғи табыш музейҙың ҡиммәтле экспонаттарҙың береһе һанала.
Журналистар шулай уҡ һынлы сәнғәт һәм туҡымалар фондын да ҙур ихласлыҡ менән ҡараны. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Ғөмүмән, Башҡортостандың Милли музейы ишектәре мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн һәр саҡ асыҡ ҡала. Ай аҙағында мәҫәлән, учреждение брайл шрифтында яҙылған махсус экспонаттар менән тулыланасаҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәрен хатта тотоп ҡарау мөмкинлеге лә бар. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев ҡылысын шул иҫәптән.
Әйткәндәй, яҡын арала Өфөлә Башҡортостандың Милли музей ҡарамағындағы тағы ике учреждение асылыр тип көтөлә. Уларҙың береһе Ҡайтарылған исемдәр, икенсеһе Башҡорт йәшмәһе йорто. Ике музейҙы ла тулыландырасаҡ экспонаттар исемлеге әле үк билдәле.
Азат Ғәлиуллин