«Ватанды һаҡлаусылар» фондында МХО ветерандарına адаптив кейем тапшырылды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалында махсус хәрби операция ветерандарына адаптив кейем тапшырылды. Алғы һыҙыҡта яраланып зыян күргән яугирҙар өсөн ҡулланышта уңайлы кейемдең бер нисә комплекты ҡаралған. Ветерандарға костюм, ҡышҡы кейем, джинс, пижама һәм көндәлек әйберҙәр тапшырылды. Тыныс тормошта адаптация үткән ҡаһарман яугирҙарға «Ватанды һаҡлаусылар» фондында башҡа төрлө ярҙам саралары ла күрһәтелә. Социаль координаторҙар ҡатнашлығында ир-егеттәргә психологик, юридик һәм башҡа ярҙам төрҙәре ойошторола.

Өфөлә декабрҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асылды. Совет майҙанында урынлашған яңы үҙәк 500 квадрат метр майҙанды биләй. Бында психологтар, юристар, социаль координаторҙар ҡабул итә, архив бүлеге эшләй, реабилитация саралы ойошторола.